

Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 37 миллион долларға күберәк. Агросәнәғәт продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы күбәйтеү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы.
-2025 йылда беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһының күп төрҙәре артығы менән етештерелде. Был тағы ла бер нисә йыл һаҡланасаҡ. Етештереүҙе дауам итеү өсөн экспортты артабан да үҫтерәсәкбеҙ. – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Шуны билдәләү мөһим: Башҡортостандан экспортҡа киткән ауыл хужалығы продукцияһы структураһында май продукцияһы күпселекте биләй.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.