Милли проекттар
5 Ноябрь 2025, 12:00

Иҙәшкә лә юғары тиҙлекле интернет килеп етте

Башҡортостанда 11 бәләкәй ауылға юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Шулар иҫәбендә Иҙәш Ҡусҡары ауылы ла бар.

Иҙәшкә лә юғары тиҙлекле интернет килеп еттеИҙәшкә лә юғары тиҙлекле интернет килеп етте
Иҙәшкә лә юғары тиҙлекле интернет килеп етте

- Бәйләнеш операторҙары Башҡортостан халҡын бәйләнеш һәм интернет менән тәьмин итеүҙе әүҙем алып бара. Беҙ бындай башланғыстарға һәр ваҡыт булышлыҡ итәбеҙ. Ауыл-ҡалаларҙа мобиль интернет бар икән, тимәк, халыҡ Дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана, онлайн уҡыуҙар үтә ала, бизнес үҫешә, - ти республиканың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.

Яңы телеком-ҡорамал Әбйәлил районының Иҙәш-Ҡусҡар, Архангел районының Айытмәмбәт, Благовещен районының Иҫке Елек, Ҡыйғы районының Сурбай, Кушнаренко районының Елек, Нуриман районының Ишморат, Салауат районының Әлкә, Хәйбулла районының Әбделнасир, Бакаловка, Сәғит ауылдарында ҡуйылған.

Автор:
Читайте нас