Милли проекттар
5 Ноябрь 2025, 11:45

Красная Башкирия – Покровка юлы яҡшыра

Был юлдан туристар әүҙем файҙалана

Красная Башкирия – Покровка юлы яҡшыраКрасная Башкирия – Покровка юлы яҡшыра
Красная Башкирия – Покровка юлы яҡшыра

“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы Красная Башкирия– Покровка юлын ремонтлау дауам итә. 

Эштәр һигеҙ километр оҙонлоғондағы участкала алып барыла. Юлсылар иҫке япманы фрезерлаған, тигеҙләй торған ҡатламды эшләгән, асфальт-бетон япма һалыуға керешкән.

- Был юл Силәбе өлкәһе менән сиктә ята. Урындағы халыҡ был юл буйлап Магнитогорск аэропортына бара. Шулай уҡ был йүнәлеш туристар һәм ял итеүселәр араһында ла популяр, сөнки яҡында күлдәр урынлашҡан. Бынан тәүлегенә 2700 автомобиль үтә. Шуға ла был юлды яҡшы торошта тотоу мөһим, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Г. Күсәрбаева фотоһы.

Автор:
Читайте нас