

- Туғыҙ айҙа акцияла пенсия алды һәм пенсия йәшендәге 1771 кеше ҡатнашты. Улар өсөн үҙәк белгестәре һөнәри йүнәлеш, уҡытыу, социаль ярҙам саралары буйынса консультациялар үткәрә, - ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. 50 йәштән өлкәндәрҙе ҡайтанан һөнәри әҙерләү программалары йөҙләгән кешегә тиҙ арала эш табырға мөмкинлек бирҙе.
Берҙәм хеҙмәт һәм социаль әүҙемлеккә булышлыҡ итеү көнөндә ҡатнашыусылар һорауҙар бирә, хеҙмәт, пенсия ҡануниәте, финанс белеме, психологик ярҙам буйынса яуап ала, шулай уҡ резюме яҙырға, эш эҙләү өсөн ресурстарҙы дөрөҫ файҙаланырға өйрәнә ала. Күнекмәләрҙе күтәреү өсөн эште һөҙөмтәле эҙләү, ваҡ моториканы үҫтереү буйынса оҫталыҡ кластары үткәрелә.