

Шифаханала һаҡсыл технологиялар индерелә башлаған. «Яҡтыкүл» проектҡа йәлеп ителгән республиканың дүртенсе шифаханаһы.
– Шифахана-курорт өлкәһендә һаҡсыл менеджмент индереү – ул рекреацион сервис сифатын күтәреүгә һәм, шуға бәйле төбәктең туристар өсөн күркәмлеген арттырыуға тура юл, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Процедураларҙы көтөү ваҡытының ҡыҫҡарыуы, эске процестарҙы оптималләштереү һәм сервис кимәленең күтәрелеүе һауыҡтырыу һөҙөмтәһендә генә түгел, беҙҙең төбәктә медицина туризмының үҫешендә лә ыңғай сағылыш таба.
Бынан алда «Ҡарағай» шифаханаһы процестарҙы оптималләштереүҙең уңышлы миҫалын күрһәтте. Туҡланыу системаһын яңыртыу, атап әйткәндә, «швед өҫтәле» системаһына күсеү һөҙөмтәһендә ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү тиҙлеге бында 40 процентҡа артты, ә иҡтисади һөҙөмтәне айына бер миллион һумға баһаланылар.
Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары проекттың яңы ҡатнашыусыһы булған «Яҡтыкүл» шифаханаһына адреслы ярҙам күрһәтәсәк.
– Беҙ шифахана коллективы менән старт осрашыуын үткәрҙек. Әле яҡшыртыу өсөн пилот йүнәлеше билдәләнә. Яҡын арала шифахана ҡунаҡтарының ял һәм сәләмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта башлаясаҡбыҙ, – тип һөйләне Башҡортостандың Төбәк компетенециялар үҙәгенең проекттар етәксеһе Артем Астафуров.
Фото: https://санаторий-яктыкуль.рф