

Хәлил мәҙәни-ял үҙәге ижад миҙгелен өр-яңы балҡышта асты. “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектының “Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше буйынса мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы нығытылды – тауыш көсәйтеү ҡорамалдары, сәхнә шаршауҙары, тамашасылар өсөн йомшаҡ ҡәнәфиҙәр менән тәьмин ителде, 80-се йылдарҙан эшләп килгән “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә өс комплект сәхнә кейемдәре тектерелде. Хеҙмәкәрҙәр үҙ көсө менән клуб бинаһында косметик ремонт яһап, иҙән шалын яңыртып ебәргәндән һуң мәҙәниәт йорто бөтөнләй яңырҙы.
Ижад миҙгелен асыу сараһында бына ошо һөйөнөслө яңылыҡтарын ауыл халҡы менән уртаҡлашыуҙы маҡсат иткәйнеләр. Концерт яңы ҡорамал-йыһаздарҙы презентациялау сараһы ла булды. Тамашасылар уңайлы ҡәнәфиҙәрҙә ултырып рәхәтләнеп концерт ҡараны.
Ә концерт бик шәп үтте. Хәлил ауылының таланттар төбәге икәне барыһына ла мәғлүм.