

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә һынлы сәнғәт бүлеге уҡыусылары араһында «Тыуған яҡ матурлығы» пленэры йомғаҡтары буйынса эштәр күргәҙмәһе асылды. Уҡытыусы – Р. А.Сафина.
Сәнғәт мәктәбендә пленэр йыл һайын уҙғарыла. Плэнер тәбиғәттә һүрәт төшөрөү тигәнде аңлата. Ул рәссамға атмосфераны яҡшыраҡ тойорға, яҡтылыҡты һәм аныҡ урындың кәйефен тыуҙырырға булышлыҡ итә. Плэнерҙың тарихы XIX быуаттан рәссамдар оҫтаханаларынан сығып, саф һауала һүрәт төшөргән осорҙан башлана. Был хәрәкәт һынлы сәнғәт техникаһының үҫеше һәм рәссамдарға ижад итеү ҡорамалдары менән сәйәхәт итергә мөмкинлек биргән компактлы этюдниктарҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле.
Әгәр һеҙгә Асҡарҙа урамда йәки тәбиғәт ҡосағында һүрәт төшөрөүсе балаларҙы күрергә тура килһә, белегеҙ – был дәрес бара. Йәш рәссамдар тере тәбиғәт шарттарында үҙҙәренең һүрәт, һынлы сәнғәт һәм композиция буйынса алған белемен ғәмәлдә ҡулланып ҡулланып ижад менән шөғөлләнә. Был уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс ваҡиға, поход кеүек. Ысынында улар тыуған яҡтарының матурлығын күрһәтеү өсөн рәссамдар алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итә. Күргәҙмә иһә был тәжрибәнең һөҙөмтәһе булып тора. Унда 1-5-се класс уҡыусыларының «Пленэр» фәне буйынса эштәре тәҡдим ителгән. Күргәҙмә Асҡар үҙәк район китапханаһы фойеһында урынлашҡан һәм ике ай дауам итәсәк. Теләгән һәр кем экспозицияны ҡарай һәм таныш урындарҙы балалар күҙлегенән күрә ала.