

Мәҫәлән, Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә даими рәүештә М.И. Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы (академияһы) студенттарының концерттары уҙғарыла. Бындай осрашыуҙар студенттар һәм балалар өсөн бик мөһим. Бер яҡтан, был музыканттарға тамашасылар алдында сығыш яһау тәжрибәһе бирә, улар сәхнә оҫталығын яҡшырта һәм коммуникатив һәләттәрен үҫтерә. Шулай уҡ студенттар балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары менән аралаша һәм һөнәри үҫеш буйынса ҡиммәтле кәңәштәр ала. Ә икенсе яҡтан, балаларға ла бындай тәжрибә файҙалы: улар юғары башҡарыу оҫталығын күрә, был уларҙы рухландыра һәм дәрестәрҙә күберәк көс һалырға дәртләндерә. Уҡыусылар башҡа музыканттар менән бәйләнешкә инә, был тәжрибә уртаҡлашыуға һәм музыкаль аң даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Үткән аҙнала ошондай концерттарҙың береһе булды. Концерт залында баян һәм аккордеон көйҙәре яңғыраны. Унда консерваторияның һәм уның ҡарамағындағы колледждың өсөнсө курс студенттары - Соловьева Александра, Конак Михаил, Ефремов Михаил сығыш яһаны. Программала донъя классикаһы әҫәрҙәре лә, ватан замандаштарыбыҙ ҙа бар ине. Рәхмәтле тамашасылар И. С. Бах, В. А. Моцарт, Д. Д. Скарлатти, В.А. Семёнов кеүек композиторҙарҙы тыңланы. Концерт дауамында залда бик йылы һәм йәмле атмосфера хөкөм һөрҙө, һәр башҡарыусыны тамашасылар дәррәү алҡышлап ҡаршы алды.