Милли проекттар
25 Ноябрь 2025, 12:30

Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны

Бөгөн Әбйәлилгә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде.  

Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараныДепутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны
Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны

Көн тәртибенә алынған бихисап пландары араһында Зариф Закир улы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлөүсе үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһын ҡарарға ваҡыт бүлде.

Проекттың дөйөм суммаһы 487,1 миллион һум.  Депутат подрядсылар, дауахана етәкселеге менән осрашып, эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды, яңы объекттың һәр ҡатын шәхсән ҡарап сыҡты.

 

“Демография” милли проекты буйынса район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә төҙөлөш барған 640 урынға  яңы мәктәптә лә булып, эштәрҙең тамамланыуға барыуына инанды.

Мәғлүм булыуынса “Хазина” полилингваль белем усағының 160 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы өлөшөндә төҙөлөш тамамланып, 1 сентябргә файҙаланыуға тапшырылды. Проектты тормошҡа ашырыуға 727,5 млн һум аҡса бүленгән.

Быйыл капиталь ремонт уҙған "Ҡайынҡай" балалар баҡсаһында булып, кескәйҙәр учреждениеһының яңырыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе. Баҡса хеҙмәткәрҙәре депутатҡа сираттағы проблемаларын еткерҙе.

 

Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны
Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны
Депутат милли проекттар буйынса төҙөлөүсе объекттарҙы ҡараны
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас