Милли проекттар
25 Ноябрь 2025, 13:10

Юғары уҡыу йортона инеүгә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде

Амангилде мәктәбендә инженер класы асылды.

Юғары уҡыу йортона инеүгә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килдеЮғары уҡыу йортона инеүгә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде
Юғары уҡыу йортона инеүгә яңы мөмкинлек барлыҡҡа килде

Район мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә,  Амангилде  мәктәбендә  “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы өлкән класс уҡыусылары өсөн махсус инженер класы асылған.

Мәктәп менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында партнер килешеүе төҙөлөүе ошондай класс булдырыуға мөмкинлек биргән. Хәҙер 9-11-се класс уҡыусылары был вузға уҡырға инергә ныҡлап әҙерләнә аласаҡ.

Был класс 2012 йылдан алып эшләп килгән “Йәш физик”  түңәрәге нигеҙендә булдырылған. Унда өлкән класс уҡыусылары физиканы, математиканы тәрән өйрәнәсәк, ғәмәли дәрестәрҙә ҡатнашасаҡ.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә мөмкинлек булдырыуға йүнәлтелгән.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас