Милли проекттар
2 Декабрь 2025, 12:50

“Корона” йыһаз фабрикаһы тауарҙарын алығыҙ - отолмаҫһығыҙ!

Башҡортостандағы “Корона” йыһаз фабрикаһы эшләп сығарған матрас, карауаттар Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауарын билдәләгән конкурста еңеүселәр иҫәбенә ингән.

“Корона” йыһаз фабрикаһы тауарҙарын алығыҙ - отолмаҫһығыҙ!“Корона” йыһаз фабрикаһы тауарҙарын алығыҙ - отолмаҫһығыҙ!
“Корона” йыһаз фабрикаһы тауарҙарын алығыҙ - отолмаҫһығыҙ!

Фабрикала сығарылған ике яҡлы йомшаҡ матрастар – конкурстың лауреаты, ә интерьер карауаттары еңеүсе дипломына лайыҡ булған.

“Корона”ның продукцияһын сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына, ҡулланыусылар фекеренә, баҙар хаҡына һәм һатыу күләме буйынса баһалағандар. Быйыл предприятие “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсының наградаһын алғайны.

– Предприятиеларыбыҙҙың бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе – уларҙың продукцияһының сифатын таныу ғына түгел, ә республика сәнәғәтенең өлгөрөп етеүе күрһәткесе лә. “Корона” фабрикаһы етештереүҙе яңыртып ҡороу һәм ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алыу етештереүселәргә федераль кимәлдә лә уңышлы конкурентлылыҡ итергә мөмкинлек тыуҙырғанын асыҡ дәлилләй, – тип билдәләй БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/27885/

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас