Милли проекттар
9 Декабрь 2025, 11:30

Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманы

Һөнәри бәйге республиканың иң яҡшы башҡарыусыларын йыйҙы.

Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманыАсҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманы
Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманы

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Өфө сәнғәт училищеһы базаһында үткән мәҙәниәт өлкәһендә белем биреү учреждениелары педагогтарының башҡарыу оҫталығы республика конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны. Был абруйлы һөнәри бәйге республиканың иң яҡшы башҡарыусыларын йыйҙы. Конкурста балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең, музыка колледждарының, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледждарының меңдән ашыу педагогик хеҙмәткәре үҙ оҫталығын күрһәтте.

Жюриға Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының музыка факультеты деканы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Владимир Суханов рәйеслек итте.

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте. Афанасьева Ксения Сергеевна «Аккордеон» номинацияһында 1-се урын алды, Мәктәп уҡытыусыларының «АMAVIA»  ансамбле  – 2-се урын. Афариндар!

Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманы
Асҡар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һынатманы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас