Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Декабрь 2025, 11:30

Милли проект буйынса Башҡортостанда 39 мәғариф ойошмаһы бинаһы ремонтланды

Бөтә объекттар ҙа билдәләнгән ваҡытта файҙаланыуға тапшырылған.

Милли проект буйынса Башҡортостанда 39 мәғариф ойошмаһы бинаһы ремонтланды
Милли проект буйынса Башҡортостанда 39 мәғариф ойошмаһы бинаһы ремонтланды

2025 йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) сиктәрендә Башҡортостандың 12 муниципалитетында 39 белем биреү ойошмаһы бинаһы ремонтланды: ике балалар баҡсаһы, 35 мәктәп һәм ике колледж, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Был маҡсатҡа яҡынса 2,2 миллиард һум йүнәлтелгән. Уларҙың төп өлөшөн федераль бюджет саралары тәшкил итә.

– Бөтә объекттар ҙа билдәләнгән ваҡытта файҙаланыуға тапшырылған. Шуныһы мөһим: балалар заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ биналарҙа уҡый. Киләһе йылда 53 бинаны ремонтлау планлаштырыла. Был - алты балалар баҡсаһы, 41 мәктәп һәм алты колледж, — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2025 йылда республика капиталь ремонт федераль программаһында ҡатнашыуын дауам итте. Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) мәктәп мәғариф системаларын яңыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда 35 мәктәп бинаһы комплекслы ремонтланды. Шулай уҡ яңы кәрәкле уҡыу һәм технологик ҡорамалдар һатып алына һәм монтажлана. Бөтә биналарҙа ла эргә-тирәләге биләмәләр төҙөкләндерелә, иҫке китаптар һәм уҡыу әсбаптары алмаштырыла, педагогтарҙың квалификацияһы күтәрелә. Бөтә планлаштырылған ремонт эштәре ваҡытында тамамланған, уларҙа уҡыу процесы билдәләнгән тәртиптә ойошторолған.

2025 йылда Башҡортостанда “Профессионалитет” төбәк проектының урта һөнәри белем биреү системаларын яңыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ике колледж бинаһы комплекслы ремонтланды һәм йыһазландырылды: Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы Һәм Башҡортостан иретеп йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт производствоһы колледжы. Эштәр шулай уҡ Стәрлетамаҡ политехник колледжы бинаһында башланды.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Андрей Назаров. Телеграм.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас