Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Декабрь 2025, 15:50

"Киләсәккә билет”

Башҡортостанда “Киләсәккә билет” берҙәм профйүнәлеш  моделен тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Киләсәккә билет”
Киләсәккә билет”

Башҡортостанда “Киләсәккә билет” берҙәм профйүнәлеш  моделен тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.

Быйыл, “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет”  федераль проектына ярашлы, мәктәп уҡыусыларына киләсәккә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеүҙең комплексы системаһы булдырылды.

“Киләсәккә билет” проекты быйыл көтөлмәгәнсә ҙур масштаб күрһәтте. Белеүебеҙссә, 120 мең тирәһе мәктәп уҡыусыһы асыҡ ишектәр көндәрендә булды, ә тиҫтәләрсә меңе үҙ һәләттәренә тәрән диагностика эшләтте.  Был беҙгә һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт биреү генә түгел, ә һәр бала өсөн индвидуаль тәҡдим эшләү мөмкинлеге лә бирә”, – ти Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.

Ошо осорҙа республикала 7 956  төрлө форматтағы профйүнәлеш саралары үткәрелгән. Бынан тыш, һәр кесаҙна 6-11 кластарҙағы 230 меңдән ашыу уҡыусы  “Россия – мои горизонты” кластан тыш дәрестәр курсында һөнәрҙәр донъяһы менән танышҡан.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2025 йыл башынан тормошҡа ашырыла. 

Фото: “Башинформ”.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас