Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 75 километрҙан ашыу юл ремонтланды. Был хаҡта төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
"Эштәр Әбйәлил, Белорет, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Хәйбулла, Салауат һәм республиканың башҡа райондарында уҙғарылды. Бында Башҡортостандың төп тәбиғәт ҡомартҡылары, туристик объекттар һәм йәйге ял итеү урындары тупланған. Был юлдарға йөкләмә ярайһы уҡ юғары. Шуға күрә юлсылар ошо йүнәлештәрҙең торошон күҙәтә”, — тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Фото: Транспорт министрлығының телеграм-каналы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.