Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар , 17:05

“Ғаилә” проекты буйынса

“Ғаилә" милли проектына ярашлы, Республика  клиник перинаталь үҙәгенең реанимация һәм интенсив терапия  бүлексәһенә ике яңы аппарат алынған.

“Ғаилә” проекты буйынса
“Ғаилә” проекты буйынса

АИТ-NO-01 ҡорамалы азот оксиды терапияһы өсөн ҡулланыла. Аппарат сабыйға азот оксидын –  махсус дауалау газын бирә, уның дозаһын табиптар көйләй.

Бындай терапия үпкә гипертензияһына дусар  йәғни үпкә тамырҙарында баҫым юғары булған, шулай уҡ ҡаны кислород менән насар туйынған сабыйҙар өсөн бик мөһим. Яңы ҡорамалды ҡулланыу һөҙөмтәһендә сабыйҙарҙың ҡаны кислородҡа яҡшыраҡ туйына. Был үпкәне яһалма елләтеүҙән ҡотолдора һәм балаларҙың тиҙерәк һауығыуына булыша.

“Аппараттар юғары технологиялы ярҙамды перинаталь үҙәктә алырға ярҙам итә, ауыр пациенттарҙы башҡа дарыуханаларға йөрөтөүҙән ҡотҡара. Был –республикала неонатологик ярҙамды үҫтереүҙә ҙур аҙым”, – тип билдәләне үҙәктең баш табибы Лиана Савина.

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, илгә ҡағылған тәрән демографик көрсөк шарттарында ғаилә һәм тыуымды яҡлау мөһим йүнәлеш булырға тейеш. Социаль өлкәләге иң эре, киң күләмле “Ғаилә” милли проекты (нацпроект ”Семья”), бала тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләргә етди иғтибарын төбәп, 2030 йылға тиклем уларҙы яҡлауға 17 триллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота. Йыл һайын 1,7 миллион ғаилә ошо милли проект буйынса әсәлек капиталынан файҙаланасаҡ. Шулай уҡ һәр кем ҡуллана алырлыҡ, сифатлы инфраструктура булдырыу, айырыуса ауыл ерендә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын булдырыу, балалар поликлиникаларын йыһазландырыу, балалар баҡсаларын төҙөү ҙә дауам итәсәк.Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас