Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” акцияһын тормошҡа ашырыу буйынса ил лидерҙарының береһе тип танылды.
Рейтингты төҙөгәндә сараларҙа ҡатнашыусылар һаны, тамырланған ағастар күләме һәм медиала күренеп тороуы иҫәпкә алынған. Акцияға йомғаҡ 2025 йылда Мәскәүҙә яһалды.
"Хәтер баҡсаһы" ике төп составты үҙ эсенә ала: бөтә быуын Ватанды һаҡлаусылар хәтерен мәңгеләштереү һәм төбәктә урманды тергеҙеүгә өлөш индереү. 2025 йылда Башҡортостанда 470 гектар самаһы майҙанда 1,8 миллиондан ашыу йәш ағас ултыртылған. Был һандар артында — йөҙҙәрсә мең кешенең хеҙмәте", - тип һөйләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башинформ".