Башҡортостанда “Эшкәртеүгә шыршылар” төбәк экологик акцияһы “Экологик именлек” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үтте, тип хәбәр иттеләр төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
Проект 348 яңы йыл ағасын йыйып эшкәртеүгә ебәрергә мөмкинлек бирә. Акция бер үк ваҡытта республика ҡалаларында һәм ауылдарында, шул иҫәптән Туймазы, Октябрьский, Бәләбәй һәм Шаранда 13 майҙансыҡта үтте.
Халыҡты, бигерәк тә балаларҙы йәлеп итеү өсөн ойоштороусылар аниматорҙар ҡатнашлығында байрам программаһын әҙерләгән. Шыршыһын тапшырған һәр кем татлы бүләктәр алды.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.