Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йыл барышында контейнер майҙансыҡтарында ҡалдыҡтар йыйыу өсөн 410 заманса контейнер урынлаштырылған. Ҡалдыҡтарҙы айырымлап йыйыу системаһына айырыуса иғтибар бирелә. Ошо маҡсатта пластикты, быяланы һәм ҡағыҙҙы айырым йыйыу өсөн 40 махсуслашҡан контейнер, ПЭТ-тара йыйыу өсөн туғыҙ селтәрле контейнер ҡуйылған.
“Контейнерҙар паркын яңыртыу һәм киңәйтеү – тармаҡты реформалаштырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрәнең береһе. Был ауыл һәм ҡалаларҙығы таҙалыҡҡа һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтенә туранан-тура йоғонто яһай”, – тинеләр “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәтендә.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.