Был хаҡта республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итте. Улар “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса барған Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яуланы.
Конкурстың еңеүсе проекттары булып –“Октябрьский: мираҫты һаҡлап ҡалыу” (Октябрьский ҡалаһынан һәм “Иванай баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре” (Дүртөйлө) табылды. Шулай уҡ Шишмә ауылында «Шишмә - дуҫлыҡ шишмәһе», Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында «Үрге Йәркәй үҙәген тоташтырыусы ептәр» һәм Кушнаренко ауылында «Топорниндар һуҡмағы» башланғыстары иң яҡшылары тип танылды.
Ғәмәлгә ашырыу графигы раҫланған да инде. Проекттарҙың дөйөм хаҡы - 900 миллион һумдан ашыу. Эштәр 2026-2027 йылдарға планлаштырылған. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль премия 436 миллион һум тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, республика был конкурста ҡатнашҡандан алып 39 проект еңеүсе тип танылды. Шуларҙың 30-ы тормошҡа ашырылған да инде. Дөйөм бюджет 6,6 миллиард һумдан артып китә, өҫтәүенә 3,3 миллиард һумы федераль бюджеттан йәлеп ителгән.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.