“Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә былтыр республиканың 711 мәктәбе Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар алды. Был турала төбәктең Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Был предмет дәрестәренә кәрәкле булған йөрәк -үпкә реанимацияһы өсөн тренажер-манекендар, яра имитаторҙары, шиналар комплекты, Калашников автоматы макеты, Макаров пистолеты һәм башҡа ҡормалдар алынды. Хеҙмәт кабинеттарында ла яңы ҡормалдар урын алды.
Әйтергә кәрәк, йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса республикабыҙ илдә дүртенсе урынды биләй, Волга буйы Федераль округында тәүге урында. Быйылдан төбәктә музыка, физика һәм һүрәт төшөрөү кабинеттарын йыһазландырыу башлана.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-02-04/700-m-kt-pk-ya-y-oramaldar-alyndy-4564509