Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль , 17:40

13 күпер яңыртыласаҡ

Туғыҙ күперҙә ремонт үткәрелә, ҡалған дүртәүһендә - реконструкция. 

13 күпер яңыртыласаҡ
13 күпер яңыртыласаҡ

Эштең дөйөм оҙонлоғо 1700 погон метрҙан ашыу. Туғыҙ күперҙә ремонт үткәрелә, ҡалған дүртәүһендә - реконструкция. Был ҡоролмалар республиканың Борай, Дүртөйлө, Дәүләкән, Ишембай, Күгәрсен, Салауат һәм башҡа райондарында урынлашҡан.

“Улар араһында - Борай һәм Дүртөйлө райондарында Тере Танып йылғаһы аша кисеүҙәр, Ишембай районында Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск трассаһында Һикияҙ йылғаһы аша күперҙәр. Бынан тыш, Дәүләкән районында Дәүләкән - Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау күҙаллана. Эштәр тамамланғас, ошо йүнәлештәр буйынса хәрәкәт хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ”, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

2025 йылда төбәктә 11 күперҙе тейешле хәлгә килтерҙеләр. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо - 1260 погон метр.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-02-17/byyyl-y-yylda-13-k-per-ya-yrtylasa-4580739

Автор:
Читайте нас