Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Февраль , 17:55

26 эшҡыуар ярҙам алған

2025 йылда Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ”  милли проекты сиктәрендә 26 эшҡыуарлыҡ проектына 45 миллион һум самаһы ярҙам күрһәтелгән.

26 эшҡыуар ярҙам алған
26 эшҡыуар ярҙам алған

— Дәүләт ярҙамы йүнселдәргә туризм өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеген киңәйтергә мөмкинлек биргән. Башланғыстар туристик сервис кимәлен күтәреүгә һәм ҡунаҡтар өсөн ял шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, был, һис шикһеҙ, Башҡортостандың туристик йүнәлеш булараҡ йәлеп итеүсәнлеген арттыра, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Субсидия ярҙамында ял базалары биләмәләрендә өҫтәмә 23 ял итеү пункты барлыҡҡа киләсәк. Уларҙа саңғы, сана, коньки, тюбинг, сноуборд кеүек төрлө ҡорамалдар, шулай уҡ кәмәләр, катамарандар, сапбордтар, велосипедтар һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Бынан тыш, эшҡыуарҙар балалар өсөн уйын комплексын булдырыу, яңы туристик маршрут әҙерләү, пляжды төҙөкләндереү, бассейндың йыл әйләнәһенә эшләүен ойоштороу буйынса өҫтәмә башланғыстарҙы тормошҡа ашыра. Был саралар туристик сервис сифатын яҡшыртыуға һәм тәҡдим ителгән хеҙмәттәр спектрын киңәйтеүгә булышлыҡ итә.

2026 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә туристик инфраструктура булдырыуға һәм үҫтереүгә гранттар биреүҙе дауам итеү күҙаллана.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-02-14/milli-proekt-sikt-rend-bash-ortostandy-26-esh-yuary-yar-am-al-an-4578306

Автор:
Читайте нас