Быйыл Башҡортостанда пилотһыҙ авиация системалары өсөн “Урал аръяғы” полигонын булдырыу планлаштырылған. Осоп төшөү һәм дронопорттары булған полигон “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы барлыҡҡа киләсәк. Инфраструктура, осоп төшөү майҙансыҡтары һәм дронопорттар ҡаралған проект Өфөнән Сибайға тиклемге 35 мең квадрат метр биләмәлә урынлашасаҡ. Был хаҡта республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә әйттеләр.
“Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Марс Әминевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл профилле төбәк фәнни-етештереү үҙәген йыһазландырыу планлаштырылған. Мәғариф үҙәге буласаҡ. Унда яңы белем биреү программаларын эшләйәсәктәр, кадрҙар әҙерләйәсәктәр, ярыштар үткәрәсәктәр, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандарын гражданлыҡ һөнәрҙәренә ҡайтанан уҡытасаҡтар.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-02-17/ural-ar-ya-y-poligony-buldyrylasa-4581497
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.