был хаҡта «Милли өҫтөнлөктәр» агентлығы хәбәр итә. Дәүләт сервистарын һанлаштырыу «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы үҙгәреүе” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә инә.
Икенсе урында – “Һалым ҡайтармаһын алыу” хеҙмәте, уның менән 6,8 миллиондан артыҡ кеше файҙаланған.
Топ-5-кә шулай уҡ “Селтәрҙә мутлашыусыларҙан һаҡланыу” (3,5 млн), “Йәш етеү буйынса пенсияға сығыу” (5,8 млн) һәм “Күп балалы ғаилә” бүлектәре ингән.
Тормош хәлдәре каталогы эшләй башлағандан алып уға 70 миллион тапҡырҙан артыҡ мөрәжәғәт иткәндәр. 2025 йылда ғына айырым хеҙмәттәр күрһәтеүҙән комплекслыға күсеү арҡаһында хеҙмәт менән файҙаланыуҙы алыу ваҡыты уртаса 31 көнгә кәмегән. Мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәкле документтар һаны 17-гә әҙәйеп, өсәүгә ҡалған.