Өфө дәүләт нефть техник университетында пилотһыҙ авиация өлкәһендә импортты алмаштырыу өҫтөндә эш бара.
ӨДНТУ-ның Реверсив инжиниринг үҙәгендә “Приоритет 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһы һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) сиктәрендә аграр һәм сәнәғәт дрондары өсөн ике тактлы двигателдәр эшләү буйынса проект тормошҡа ашырыла. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.
Университет инженерҙары сит ил аналогтарын күсермәй, ә яҡшыртылған характеристикалы тауар булдыра.
Нигеҙ итеп сит ил өлгөләре алына, шунан һуң 3D-сканерлау һәм моделдәрләү ысулы менән конструкцияға үҙ эшләнмәләре индерелә. Бынан тыш, көс ҡулайламаларының хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу өсөн цилиндрҙарҙың заманса туҙыуға сыҙамлы япмалары ҡулланыла.
– Бөгөн ауыл хужалығы секторында ла БПЛА-ға ихтыяж ҙур, уларҙа етештереүсәнлек, цилиндрҙар күберәк булһын, улар ҙур йөк ташый һәм ҙур территорияларҙы эшкәртә алһын өсөн. БПЛА-ға килгәндә: беҙ тауыш характеристикаларын кәметеү, шулай уҡ етештереүсәнлекте арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, – тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университетының Реверсив инжиниринг үҙәге директоры Мария Демченко.
Конструкторлыҡ эшләнмәләре менән бер рәттән университетта кадрҙар мәсьәләһен дә хәл итәләр.
Өфө дәүләт нефть техник университеты кафедраларының береһендә буласаҡ пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын уҡытыу ойошторолған. Курсты үткәндән һуң белгестәр граждандар һәм хәрби дрондар менән идара итеү күнекмәләрен аласаҡ.
Шулай итеп, ӨДНТУ компетенциялар етештереүҙең тулы циклын формалаштыра: юғары технологиялы компоненттар эшләүҙән алып ватан пилотһыҙ техникаһы менән эшләү өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә тиклем.
Дмитрий Фадеев фотоһы.