Милли проекттар
3 Марта , 12:35

Думбырасылар еңеү яуланы

Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының думбыра класы буйынса ҡаҙаныштары иҫәбенә яңы сағыу бит өҫтәлде!

Добавить в предпочтительные источники Google
Думбырасылар еңеү яуланыДумбырасылар еңеү яуланы
Думбырасылар еңеү яуланы

Уҡытыусы Гүзәл Әсләм ҡыҙы Ниязғолова етәкселегендәге йәш һәләттәр – Варвара Стрелкова һәм Эльяна Мәхмүтова "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә үткән "Рус мозаикаһы" халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың төбәк конкурсы жюриһын әсир итеп беренсе урын яуланылар.

Был триумф – ныҡышмалы хеҙмәт, талант һәм үҙ эшенә тоғролоҡ емеше. Даими репетициялар, уҡытыусының күп көс талап иткән эше һәм йәш музыканттарҙың мауығыуы – бына  ул уңыштың сере!

Думбырасылар еңеү яуланы
Думбырасылар еңеү яуланы
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас