Уларҙа үҙ продукцияһын һанлы сауҙа майҙансыҡтарына сығарырға йәки унда ҡатнашырға теләгән 80-дән ашыу эшҡыуар, етештереүсе һәм һатыусы ҡатнашты.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина эшҡыуарҙарға һанлы иҡтисадты көйләгән, быйыл көҙ көсөнә инәсәк яңы федераль закон нормалары тураһында мәғлүмәт биреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ozon эше буйынса эксперт һәм SEO-аналитик Гөлнара Моратова эксперт булды. Ул маркетплейстарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ иткән тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаттары – иҡтисад, финанс баҙары үҫеше, көнәркәшлек, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү, хеҙмәт етештереүсәнлеге, инвестициялар үҫеше. Айырыуса иғтибар иҡтисад, юғары технологиялар һәм йәштәр йүнселлегенә бүленгән.
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-03-24/marketpleysta-eshl-rg-yr-ndel-r-4625024
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.