Төбәктә 15 мең самаһы кеше һанлы сервистар менән файҙалана аласаҡ.
Баҡалы районында – биш, Дәүләкән һәм Бөрө райондарында — дүрт, Федоровка районында — өс, Туймазы, Ауырғазы, Бөрйән, Баймаҡ райондарында ике яңы интернет-локация барлыҡҡа киләсәк. Япма зонаһын киңәйтеү программаһына шулай уҡ Белорет, Иглин, Көйөргәҙе, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡыйғы, Благовар, Салауат, Дүртөйлө, Ғафури, Дыуан, Борай, Балтас, Балаҡатай, Архангел, Күгәрсен райондарындағы берәр бәләкәй тораҡ пункт инәсәк. Ҡайһы бер ауылдарҙа халыҡ мобиль интернетҡа тәүге тапҡыр инә аласаҡ.
– Бәләкәй ауылдарҙы элемтәгә һәм интернетҡа тоташтырыу халыҡҡа Дәүләт хеҙмәттәре, мәғариф һәм медицина платформалары кеүек төп дәүләт сервистарына инеү мөмкинлеген бирә. Тоташыуҙар һәм трафиктың артыуы ауыл халҡы араһында онлайн-хеҙмәттәргә ихтыяждың ҙур булыуын раҫлай, – тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ышаныслы интернет дәүләт, социаль һәм мәғариф сервистарын мобиль ҡушымталар аша ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, күңел асыу ҡушымталарына: онлайн-кинотеатрҙарға, музыка сервистарына һәм китап ҡушымталарына инеү урындағы халыҡҡа ялды төрлөләндерергә мөмкинлек бирәсәк.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-03-18/ular-a-la-internet-kil-s-k-4618065