Милли проекттар
21 Апреля , 11:15

Беҙгә “Сәләмәтлек поезы” килә

 “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә 27 апрелдән 8 майға тиклем Әбйәлилгә “Сәләмәтлек поезы” килә.

Беҙгә “Сәләмәтлек поезы” киләБеҙгә “Сәләмәтлек поезы” килә
Беҙгә “Сәләмәтлек поезы” килә

Халыҡтың диагностик  ярҙам алыу мөмкинлеген арттырыу, хроник ауырыуҙарҙы һәм уларҙың хәүеф факторҙарын иртә асыҡлау маҡсатында табип-уролог, табип-травматолог, табип-пульмонолог, табип-гастроэнтеролог, табип-ҡан тамырҙары хирургы, табип-онколог, табип-ревматолог медицина тикшереүе үткәрә. Диспансер күҙәтеүе аҫтында булған кешеләргә диспансеризация һәм кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтелә. Акцияға республика медицина ойошмаларының –Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы диагностика үҙәгенең, Республика кардиология үҙәгенең күсмә комплекстары һәм күсмә стоматология модуле йәлеп ителгән.

“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлил маршруты буйынса Красная Башкирия, Байым, Асҡар  ауылдарында туҡталасаҡ.

Табиптарға участка терапевы аша алдан яҙылыу мотлаҡ. Стоматологтар "тере сират" тәртибендә ҡабул итә. Медицина поезы белгестәренә күренгәндә пациенттарға паспорт һәм страховкалау полисы кәрәк.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас