Милли проекттар
21 Апреля , 11:35

Төбәктә агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан

Быйыл өс айҙан ашыу ваҡыт эсендә етештереүселәр 76 мең долларлыҡ продукция һатҡан.

Төбәктә агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡанТөбәктә агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан
Төбәктә агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме артҡан

Төбәктә агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме 132 мең тоннанан артҡан. Башҡортостан Республикаһынан сит илгә 132 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһы оҙатылды. Шулай итеп, 5 апрелгә поставкалар күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 26,6 процентҡа артҡан (2025 йыл - 104,6 мең тонна продукция).

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә һатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.

Аҡсалата сағылышта күрһәткес ике тапҡырға артты. Быйыл өс айҙан ашыу ваҡыт эсендә етештереүселәр 76 мең долларлыҡ продукция һатҡан. Күпселек Һиндостан, Азербайжан, Үзбәкстан,Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәргә оҙатылған.

Экспорт структураһында поставкалар күләменең 60 проценттан ашыуы - май тармағы продукцияһына, 6,8 проценты - иген, 20 проценттан ашыуы - аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһына (колбаса, кондитер ризыҡтары, эсемлектәр һәм башҡалар), 10 проценттан ашыуы башҡа агросәнәғәт комплексы продукцияһына тура килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың агросәнәғәт комплексы милли проекты буйынса 2030 йылға ауыл хужалығы продукцияһын сит илгә оҙатыу күләмен 2021 йылғы кимәлгә ҡарата 1,5-2 тапҡырға арттырырға кәрәк.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-04-21/t-b-kt-eksportlau-k-l-me-132-me-tonnanan-art-an-4659687

Автор:
Читайте нас