Тип, йөрәгем, туҡтама!

4-8 майҙа Әбйәлилдә республика кардиология үҙәгенең диагностикалау модуле эшләй. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары борсоған йөҙгә яҡын кеше участка терапевтары аша республика табиптарына яҙылған.

Тип, йөрәгем, туҡтама!Тип, йөрәгем, туҡтама!
Тип, йөрәгем, туҡтама!

РКЦ кардиологы Евгений Иванов билдәләүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр – башлыса оло йәштәге кешеләр.

– Йәшәй-йәшәй йөрәк туҙа. Йәшәү рәүеше, тышҡы факторҙар, стресс һәм башҡа ауырыуҙар төрлө йөрәк сирҙәренә килтерә. Һәр пациенттың үҙ ауырыу тарихы: гипертония, аритмия, стенокардия, ИБС, атеросклероз. Инфаркт кисереүселәр күбәйә, – ти табип. – Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш ҡына симптомһыҙ үҫешә, шуға күрә сирҙең ашҡыныуын көтөргә ярамай. Ваҡытында диагностикалау мөһим. Диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр проблемаларҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.

“Сәләмәтлек поезы”на күренергә килеүсе ауыл кешеләренә, бигерәк тә пенсионерҙарға йөрәк УЗИ-һын  бушлай үтеү мөмкинлеге уңайлы.  Кардиология үҙәгенән функциональ диагностикалау табибы Ольга Годоражи  һәр пациентты ентекләп ҡарай. 

Тип, йөрәгем, туҡтама!
Тип, йөрәгем, туҡтама!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас