

Был паркка Отец Сергий 2023 йылдың майында махзсус хәрби операцияға юлланыр алдынан нигеҙ һала. Хәҙер парк 9 гектарға тиклем үҫкән. Уның янында һуғыш ветерандары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә нигеҙ һалған алма баҡсаһы. Ауыл халҡы был ике биләмәне берләштереп, берҙәм хәтер паркы булдырырға ҡарар иткәндәр.
Бөгөн бында өс ярым метр бейеклектәге 37 өлкән дардар, йәғни ҡорос ағас (ясень), 100 ҡарағай һәм 20 зәңгәр шыршы ултыртылған. Өҫтәүенә Михайловкка питомнигы директоры Зөфәр Садриев бүләк иткән Ҡужан ҡарағастары һәм инде тамыр йәйгән.
Ағас ултыртыу өмәһенә Красная Башкирия халҡы, мәктәп уҡыусылары, депутаттар, Магнитогорск ҡалаһының Йәмәғәт һәм Йәштәр палатаһы вәкилдәре килде. Акцияла ҡатнашыусылар араһында генерал-лейтенант, Эске эштәр министрлығы ветераны, казак ғәскәрҙәре генерал-лейтенанты Алексей Владимирович Лопарев булды.
Ағастар ултыртып, ауылдарҙы йәшеллеккә күмеү ӘЭкология милли проекты сиктәрендә башҡарыла.