

Башҡортостанда Өфө – Инйәр – Белорет юлының биш саҡрымы төҙөкләндерелде, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») маҡсаттарына тап килә.
Баҡалды ауылы янындағы участканы тейешле хәлгә килтерҙеләр. Юл эшселәре асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан, юл ситтәрен нығытҡан.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова билдәләүенсә, был юлдан тәүлегенә 12 мең тирәһе автомобиль үтә. Ул Архангел, Белорет һәм Ҡырмыҫҡалы райондары халҡын транспорт менән тәьмин итә, шулай уҡ Көньяҡ Урал ҡурсаулығына, Атыш шарлауығына һәм «Абҙаҡ» тау саңғыһы курортына илткән популяр туристик йүнәлеш булып тора.
2026 йылда Өфө – Инйәр – Белорет юлының 19 саҡрымдан ашыуы норматив хәлгә килтереләсәк. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
«Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының маҡсаты – ауыл һәм ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был осраҡта һүҙ торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм уны яңыртыу, йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу тураһында бара. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Мария Выблова (“Кумертауское время”).
Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-05-07/f-iny-r-beloret-yuly-t-kl-nderelde-4677730