Күҙ сәләмәтлеге өсөн кәрәк

Прибор табипҡа күҙҙең эске структураларын күрергә һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә.

Күҙ сәләмәтлеге өсөн кәрәкКүҙ сәләмәтлеге өсөн кәрәк
Күҙ сәләмәтлеге өсөн кәрәк

Асҡар үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, заманса офтальмоскоп килтерелде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, окулистар был диагностикалау приборын күҙ төбөн, күреү нервыһын, сосудтарҙы ҡарау өсөн файҙалана. Ул табипҡа күҙҙең эске структураларын күрергә һәм етешһеҙлектәрҙе асыҡларға булышлыҡ итә.

- Яңы офтальмоскоптың килеүе – дауаханабыҙ өсөн мөһим аҙым ул. Яңы ҡорамал күҙ ауырыуҙарын диагностикалау сифатын күтәрергә, шул иҫәптән тайпылыштарҙы иртә стадияларҙа асыҡларға булышлыҡ итә. Офтальмоскоп алдынғы функциялар менән йыһазланған. Был сирҙе ваҡытында иҫкәртеү һәм ваҡытында дауалау өсөн кәрәк, - тип белдерҙе Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас