“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә

«Сәләмәт төбәк — сәләмәт республика» акцияһы сиктәрендә республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үтеүсе быйыл һигеҙенсе тапҡыр старт алған «Сәләмәтлек поезы»ның беҙҙең районға килеүе, атап әйткәндә, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптарының Красная Башкирия табип амбулаторияһы һәм Байым участка дауаханаһы базаларында халыҡты ҡабул итеүе тураһында гәзиттең үткән һанында яҙып сыҡҡайныҡ инде.

“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә
“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә

Пульмонолог, гастроэнтеролог, травматолог һәм урологҡа бөтәһе 332 кеше күренгән. Бынан тыш, республика стоматология поликлиникаһының мобиль комплексы Байым төбәге халҡының тештәрен дауаланы. Теш табиптары Лилиә Мөрсәлимова, Даниил Ирмашев, шәфҡәт туташы Лидия Хафизова тарафынан аҙна дауамында дәүләт гарантиялары программаһы буйынса 102 кешегә, шул иҫәптән бер МХО яугиренә, квалификациялы терапевтик һәм хирургик стоматология ярҙамы күрһәтелде. 

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы:
—  «Сәләмәтлек поездары» табиптары алты маршрут буйынса йөрөй һәм 386 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Быйыл акция 11 сентябрҙә тамамлана. Эшкә ун күсмә флюорограф, ун маммограф, 49 мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ күсмә сәләмәтлек үҙәге, шулай уҡ кардиомобиль, Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностика комплексы, күсмә стоматология кабинеты һәм «Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» модуле йәлеп ителә.



Май байрамы артынса Әбйәлилгә республика кардиология үҙәгенең диагностикалау модуле килде. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары борсоған йөҙгә яҡын кеше табиптарға күренеп тикшерелеп ҡалды.
РКЦ кардиологы Евгений Иванов билдәләүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр — башлыса оло йәштәге кешеләр. 
— Йәшәй-йәшәй йөрәк туҙа. Йәшәү рәүеше, тышҡы факторҙар, стресс һәм башҡа ауырыуҙар төрлө йөрәк сирҙәренә килтерә. Һәр пациенттың үҙ ауырыу тарихы: гипертония, аритмия, стенокардия, ИБС, атеросклероз. Инфаркт кисереүселәр күбәйә, — ти табип. — Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш ҡына симптомһыҙ үҫешә, шуға күрә сирҙең ашҡыныуын көтөргә ярамай. Ваҡытында диагностикалау мөһим. Диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр проблемаларҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек бирә.

Р. Й. Хәйбуллин, Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы  мөдире:
 — Халыҡ һаулығын профилактикалау йәһәтенән был сараның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.  27 – 30 апрелдә «Сәләмәтлек поезы» сиктәрендә пульмонолог, гастроэнтеролог, травматолог һәм урологҡа 332 кеше күренде. Уларҙың 24-ендә сирҙәре тәүгә асыҡланды, 37 кешегә госпитализацияға йүнәлтмә бирелде, 9 пациент республика клиник дауаханаһына өҫтәмә тикшеренеүгә йүнәлтелде, 1 кешелә онкологияға шик белдерелде. Акция сиктәрендә өс МХО ҡатнашыусыһы сәләмәтлеген тикшерҙе.


«Сәләмәтлек поезы»на күренергә килеүсе ауыл кешеләренә, бигерәк тә пенсионерҙарға йөрәк УЗИ-һын бушлай үтеү мөмкинлеге уңай булды. Кардиология үҙәгенән функциональ диаг-ностикалау табибы Ольга Годоражи  һәр пациентты ентекләп ҡараны. УЗИ, ЭКГ, Холтер аппараты күрһәткестәренә ярашлы, дауалау курстары тәғәйенләнде.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә
“Сәләмәтлек поезы” Әбйәлилдә
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас