Бәләбәйҙә икмәк музейы асылған

 Уны үҙҙәренең икмәк бешереү предприятиеһында Диләрә менән Азат Бәшәровтар  булдырған.

Бәләбәйҙә икмәк музейы асылғанБәләбәйҙә икмәк музейы асылған
Бәләбәйҙә икмәк музейы асылған

Традицион халыҡ мәҙәниәте символдары ҡулланып эшләнгән “Беҙҙең йорт” майҙансығын Бәләбәй эшҡыуарҙары Диләрә менән Азат Бәшәровтар үҙҙәренең “Беҙҙең икмәк” икмәк бешереү предприятиеһында асҡан. Күп профилле майҙансыҡта хәҙер интерактив музей, кәсепсенең ижад йорто һәм банкет залы бар.

Музейҙы асыу тантанаһында “Беҙҙең йорт” буйлап экскурсия ойошторолған. Ҡунаҡтарҙы Бәләбәй кәсепселәре һәм улар етештергән әйберҙәр менән таныштырғандар. Килеүселәр шулай уҡ эшҡыуарҙар предприятиеһында бешерелгән икмәкте лә тәмләп ҡараған. Теләүселәр етештереү цехтарын ҡараған, эшсәндәр менән аралашҡан.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2026-05-19/bash-ortostanda-h-er-ikm-k-muzeyy-bar-4690565

Автор:
Читайте нас