Асҡар дауаханаһына – заманса аппарат

 Яңы ҡорамал терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы һәм тын алыу ағзалары сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы дауалау мөмкинлеген киңәйтәсәк.

Асҡар дауаханаһына – заманса аппаратАсҡар дауаханаһына – заманса аппарат
Асҡар дауаханаһына – заманса аппарат

 “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Асҡар үҙәк район дауаханаһына физиотерапия процедураларын үткәреү өсөн  заманса “Элфор” аппараты алынды.  Яңы ҡорамал терәк-хәрәкәт аппараты, нервы системаһы һәм тын алыу ағзалары сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы дауалау спектрын киңәйтәсәк.

“Элфор” аппараты дарыу матдәләрен ялҡынһыныу барған урынға  электр тогы ярҙамында илтеү ысулы – электрофез үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Был алым терапияның һөҙөмтәлелеген арттыра, һауыҡтырыуҙы тиҙләтә, организмға көсөргәнеште кәметә.

– Яңы ҡорамалдың килеүе – дауалау учреждениеһын яңыртыуҙа һәм район халҡы өсөн сифатлы медицина ярҙамынан файҙаланыу  мөмкинлеген күтәреүҙә мөһим аҙым, – тип билдәләне Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-05-22/as-ar-dauahana-yna-zamansa-apparat-4696145

Автор:
Читайте нас