Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була

Өфө ғалимдары ошондай ысул уйлап тапҡан.   

Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып булаПластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була
Пластик ярҙамында асфальттың сифатын яҡшыртып була

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм ғалимдары пластик ярҙамында асфальт япмаһы етештереүҙең экологик технологияһын әҙерләгән. Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Тикшереү үткәреүселәр өҫтәмә материал сифатында полимер производствоның икенсел ҡалдыҡтарынан һәм нефть эшкәртеүҙең өҫтәмә продукттарынан торған композит материалдарҙы файҙаланған. Лаборатория һынауҙары үткән, алда – юлдың эксперименталь участкаһында яңы асфальт түшәп ҡарау.

«Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы аспиранты Руслан Япаев әйтеүенсә, асыш япманы ныҡ һәм оҙайлы итә (хеҙмәт срогы – биш йылдан ашыу) һәм температура йөкләмәһен -30 градустан 50 градусҡа тиклем күтәрә. Ғалимдар бер нисә рецепт һәм универсаль полимер өҫтәмәләр әҙерләгән.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-05-20/plastik-yar-amynda-asfaltty-sifatyn-ya-shyrtyp-bula-4692730

Автор:
Читайте нас