

Электротехник персоналды һәм студенттарҙы әҙерләү маҡсатында Өфөлә вуз-ара студенттар кампусының VR-технологиялар лабораторияһында виртуаль ысынбарлыҡ тренажеры булдырылды. Был турала Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итә.
Яңы ҡоролма электромонтаж эштәрендә оператив рәүештә хәүефһеҙлек сарларын күрергә булышлыҡ итә, шул иҫәптән нефт-газ тармағы предприятиелары өсөн дә.
- Өфөнөң вуз-ара кампусында VR-тренажерҙы булдырыу сәнәғәт һәм энергетика өсөн кадрҙар әҙерләүҙә заманса техноологиялар үҫешендә мөһим аҙым булып тора. Бындай проекттар электротехник персоналды әҙерләү сифатын ғына күтәреп ҡалмай, нефть-газ тармағына инновациялар индереүгә, республиканың технология потенциалын нығытыуға булышлыҡ итә, - ти төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәштәр араһында таланттарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттың иғтибар үҙәгендә мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙа яңы ысулдар булдырыу кеүек саралар тора.
Сы4ана36 https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-05-26/vr-trenazher-uylap-tap-andar-4699836