

Агросәнәғәт комплексы предприятиеларын перспективалы кадрҙар менән тулыландырыу – “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының төп бурыстарының береһе.
Өфөлә Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда эш миҙгеле стартына арналған тантаналы митинг булып үтте. Сәләмләү һүҙҙәре менән отряд ағзаларына университет ректоры Илдар Ғәбитов мөрәжәғәт итте. Ул теоретик белемде практикала тормошҡа ашырыу ваҡыты еткәнен билдәләне һәм хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын үтәү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Отрядтар командирҙары байрамда ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың теләктәрен ишетте, төбәктең агросәнәғәт комплексы объекттарындағы эштәрҙе үтәүгә путевкалар алды.
Агропредприятиеларға студенттарҙың хеҙмәт хаҡына һәм йәшәүгә киткән сығымдарҙың 90 проценты компенсацияланасаҡ. Мәҫәлән, былтыр 31 предприятиеға 354 студентҡа хеҙмәт хаҡын түләүгә һәм йәшәүгә киткән сығымдар компенсацияланды.
“Башаҡ” студенттар отряды вузда 2007 йылда тергеҙелде. Йыл һайын уның сафындағы 600-ҙән ашыу кеше төрлө йүнәлештәр буйынса эшләй.
Фото: "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы.