

Башҡортостандың муниципаль берәмектәре XI Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашыу өсөн 12 ғариза тапшырҙы.
Ағиҙел, Туймазы, Яңауыл ҡалаларынан һәм Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан дүрт проект быға тиклем конкурста ҡатнашҡан һәм еңеүгә мөмкинлектәрҙе арттырыу өсөн алынған тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып әҙерләнгән. Тағы ла һигеҙ проект тәүге тапҡыр тәҡдим ителәсәк. Улар араһында Благовещен, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан, Шулай уҡ Краснокама районының Николо-Березовка, Салауат районының Малаяҙ һәм Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылдарынан башланғыстар бар.
Конкурста ҡатнашҡан осорҙа Башҡортостан Республикаһынан 39 проект еңеүсе тип танылды, шуларҙың 31-е тормошҡа ашырылған да инде. Федераль финанслауҙың дөйөм күләме 3,3 миллиард һум тәшкил итә.
Фото: БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-08/39-proekt-e-e-se-tip-tanyldy-4713751