Техника паркы яңыра

Республиканың агросәнәғәт комплексы паркы яңыра. Төбәк предприятиелары дөйөм суммаһы 5,5 миллиард һумға 845 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған.

Техника паркы яңыраТехника паркы яңыра
Техника паркы яңыра

Төбәк предприятиелары дөйөм суммаһы 5,5 миллиард һумға 845 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осоро һөҙөмтәләренән 800 миллион һумға күберәк.

– Йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре төрлө тартыу класындағы 138 трактор, 42 иген йыйыу һәм 5 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыу комбайны, 50 үҙйөрөшлө һиптергес, шулай уҡ 220-нән ашыу тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машинаһы һәм башҡа техника һатып алды. Был бөтә баҫыу эштәрен агротехник сроктарҙа үткәреү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра, – тип билдәләне БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.  

Тармаҡтың техник потенциалын арттырыуҙа льготалы лизинг механизмы төп роль уйнай. «Росагролизинг» компанияһы аша республика аграрийҙарына 3,1 миллиард һумлыҡ 336 берәмек техника оҙатылды. Сағыштырыу өсөн: 2025 йылдың тәүге биш айында был канал аша һатып алыуҙар күләме 1,3 миллиард һум тәшкил иткән.

Паркты яңыртыуға иң ҙур инвестициялар күләмен Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары хужалыҡтары һалған. Бында һатып алыуҙар суммаһы 250-нән 530 миллион һумға тиклем тәшкил итә, был урындағы етештереүселәрҙең модернизациялауға ҙур ҡыҙыҡһыныуын раҫлай.

Паркты яңыртыуҙың мөһим драйверы булып «Росагролизинг» компанияһы менән берлектә ойошторолған «РАЛ Башкортостан» машина-технология компанияһы сығыш яһай. МТК техникаһы төбәк хужалыҡтарында әүҙем ҡулланыла һәм миҙгелле баҫыу эштәренең ҡыҙыу осоронда айырыуса ихтыяж менән ҡуллана.

Фото: Алексей Валтиев (“Калтасинский ИЦ”).

Сығанаҡ:https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-06-09/respublikany-agros-n-t-kompleksy-parky-ya-yra-4714948

Автор:
Читайте нас