

2025 йылда туристар ағымы 2,4 миллион кешенән ашып киткән, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәте идаралығынан. Был 2024 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда 8,2 процентҡакүберәк.
Шулай итеп, ил кимәлендәге рейтингта республика 16-сы урындан 13-сөгә күтәрелеп, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 3-сө урынға сыҡты. Ҡунаҡтарҙың күпселеге күрше төбәктәрҙән, мәҫәлән, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан килә.
“Туристар һанының артыуы беҙҙең дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙҙы раҫлай: инфраструктураны үҫтерәбеҙ, маршруттар ассортиментын киңәйтәбеҙ, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртабыҙ. Бөгөн туристар үҙ зауығына тап килгән сәйәхәтте һайлай алыуы мөһим — белем биреү экскурсияларынан алып әүҙем тау походтарына тиклем", - тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Әле төбәктә 49 туроператор 700-ҙән ашыу төрлө маршрут тәҡдим итә. Иң популяр варианттар араһында фәнни-популяр, сәнәғәт һәм иҫтәлекле урындарҙы ҡарау, шулай уҡ тау, походтар һәм йәйәү экскурсиялары бар.