Милли проекттар
4 Августа , 12:10

Пилотһыҙ осоу системалары буйынса йәйге смена асыла

Башҡортостанда “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә пилотһыҙ авиация системалары буйынса йәйге профиль смена ойшторола. 

Пилотһыҙ осоу системалары буйынса йәйге смена асылаПилотһыҙ осоу системалары буйынса йәйге смена асыла
Пилотһыҙ осоу системалары буйынса йәйге смена асыла

Смена барышында унда ҡатнашыусылар пилотһыҙ осоу аппараттарының ҡоролошо менән танышасаҡ. Пилотлау нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, профессионал симуляторҙарҙа эшләргә өйрәнәсәк, дронға идара итеүҙә үҙҙәренең көстәрен һынаясаҡ.

Программала шулай уҡ дрон-болу буйынса  дәрестәр үткәреү ҡаралған. Унда үҫмерҙәр аппаратты осороу, ултыртыу, бейеклегенә, йүнәлешенә  идара итеү нескәлектәрен өйрәнә.

Бынан тыш пилотһыҙ осоу технологияһының тарихы тураһында лекциялар ойоштороласаҡ. Балалар шулай уҡ сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, логистикала һәм башҡа тармаҡта дрондарҙы ҡулланыу перспективаһы тураһында беләсәк.

Сығанаҡ:  https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-04/y-sht-r-ya-y-n-rg-yr-n-4771287

Автор:
Читайте нас