Милли проекттар
4 Августа , 12:35

"Әйҙә бизнесҡа!"

Программала 33 кеше ҡатнашҡан.

"Әйҙә бизнесҡа!""Әйҙә бизнесҡа!"
"Әйҙә бизнесҡа!"

"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн бушлай онлайн-белем биреү программаһы тормошҡа ашырылыуы хаҡында хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

2026 йылдың беренсе яртыһы йомғаҡтары буйынса уҡыу платформаһында 70-кә яҡын кеше теркәлгән, 33 кеше уҡыған һәм сертификат алған.

Программа "Минең бизнесым" үҙәге тарафынан әҙерләнгән һәм "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы тәҡдим иткән белем биреү программалары исемлегенә индерелгән.

- "Әйҙә бизнесҡа" программаһының төп бурысы - яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендә төп компетенциялар булдырыу. Алынған күнекмәләр һөҙөмтәһендә сығарылыш уҡыусылары уңышлы предприятие аса һәм эш башлағанда финанс юғалтыуҙарҙан ҡотола аласаҡ, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

"Әйҙә бизнесҡа" курсының уҡыу планы туғыҙ тематик блоктан тора, уларҙың һәр береһе видеолекция, презентация һәм тезис конспекты менән оҙатыла.

Аттестация сертификат биреү менән тамамлана. Төп программаға өҫтәмә сифатында бизнес-процесстарҙы оптималләштереү өсөн яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу буйынса бонус модуле ҡаралған.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-07-24/33-keshe-y-biznes-a-programma-ynda-atnashty-4761968

Автор:
Читайте нас