Милли проекттар
11 Августа , 09:50

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләр бер тапҡыр бирелә торған түләү ала ала.

Күп балалы ғаиләләргә ярҙамКүп балалы ғаиләләргә ярҙам
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Башҡортостанда 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр 622 800 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала ала. 

2026 йылдың тәүге ярты йыллығында был ярҙам сараһы менән Башҡортостандың 15 ғаиләһе файҙаланған, түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 9 миллион 342 мең һум тәшкил иткән. Түләү ғаиләгә бер тапҡыр бирелә: Башҡортостанда өс йылдан кәм булмаған ваҡыт даими йәшәү; күп балалы ғаиләнең раҫланған статусы булыу; 23 йәшкә тиклемге һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләү.

Әгәр ғаиләлә опекаға йәки попечителлеккә алынған балалар булһа, улар ғаиләлә кәмендә өс йыл йәшәргә тейеш.

Ғаризаны Башҡортостандың Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалында, күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша онлайн бирергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәтте берҙәм контакт-үҙәктең бушлай номеры буйынса алырға мөмкин: 8-800-100-00-01.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-05/k-p-balaly-ail-l-rg-622-800-um-4772360

Автор:
Читайте нас