

”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, республикала белгестәр тарафынан 151 535 ҡабул итеү ойошторолған, 40 583 тикшереү үткәрелгән.
2 217 кешелә ҡанда глюкоза кимәле артыуы, 3 339 гражданда– холестерин кимәле, 5 413 кешелә артериаль ҡан баҫымы юғары булыуы, 6 077 кешенең тән ауырлығы юғары булыуы асыҡланған. Табиптар тәү тапҡыр пациенттарҙа 7 920 сирҙе асыҡлаған, шуларҙың 2 897-һенә социаль әһәмиәтле сир булыу ихтималлығына шик тыуған. 168 пациентта ямаш шеш булыу ихтималлығы бар. 2 264 кешенең сирҙәре артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүе менән характерланған. 485 кешегә шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған. Ниндәйҙер сиргә шик тыуған хәлдә граждандар дауаланыу өсөн республиканың төрлө медицина учреждениеларына ебәрелә.
“Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ! Йәй – сәләмәтлек тураһында хәстәрлек күреү өсөн иң яҡшы ваҡыт. Һеҙҙе “Сәләмәтлек поездары”нда диспансерлаштырыуҙың тәүге этабын үтеү өсөн саҡырабыҙ!”– ти табиптар.