Милли проекттар
18 Августа , 07:20

Пилотһыҙ авиасистемалар өлкәһендә ғилми-етештереү үҙәген булдырыла

Пилотһыҙ авиасистемалар өлкәһендә ғилми-етештереү үҙәген булдырылаПилотһыҙ авиасистемалар өлкәһендә ғилми-етештереү үҙәген булдырыла
Пилотһыҙ авиасистемалар өлкәһендә ғилми-етештереү үҙәген булдырыла

Башҡортостанда “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты сиктәрендә пилотһыҙ авиация системалары технологияларын үҫтереү өлкәһендә Һынауҙар һәм компетенциялар ғилми-етештереү үҙәген булдырыу буйынса эш дауам итә. Был хаҡта республиканың сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр.

Министрлыҡ вәкилдәре, “Пилотһыҙ берләшкән технологиялар” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм ғилми-етештереү үҙәге резиденттары Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының үҙәкте кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса кәңәшмәһендә ҡатнаша.

Унда һатып алыуҙар ваҡытында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшерәләр. Ҡорамалдарҙы Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән яраштырыу процедураларын тамамлауға һәм уның Рәсәй сығышлы булыуын раҫлауға айырым иғтибар бүленә.

Әлеге ваҡытта ғилми-етештереү үҙәген йыһазландырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алыу һәм килешеү буйынса эш дауам итә. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу үҙәк инфраструктураһын артабан үҫтереүҙе һәм уның эшен ҡуйылған бурыстарға ярашлы тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-18/entekle-esh-alyp-baryla-4784962

Автор:
Читайте нас