Милли проекттар
25 Августа , 07:10

18 предприятие грант аласаҡ

 Грант сараларына ер участкаһы алырға, продукция етештереү, һаҡлау йәки эшкәртеү өсөн бина һатып алырға йәки төҙөргә, электр, газ һәм йылылыҡ селтәрҙәренә тоташырға мөмкин.

18 предприятие грант аласаҡ18 предприятие грант аласаҡ
18 предприятие грант аласаҡ

Башҡортостандың 16 фермер хужалығы һәм ике ауыл хужалығы кооперативы артабан үҫешеү өсөн гранттар аласаҡ. Агросәнәғәт комплексында бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектына  ярашлы башҡарыла.

“Республикала агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бәләкәй, урта һәм эре бизнес та әүҙем үҫешә, ауыл хужалығы кооперативтарына, фермерҙарға, шул иҫәптән эште яңы ғына башлаусыларға үҫеш өсөн мөмкинлектәр етерлек, йүнәлештәр күп. Гранттар отҡан конкурста ҡатнашыусыларҙың проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын теләйбеҙ  һәм уларҙан алға табан үҫеш көтәбеҙ”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

 Грант сараларына ер участкаһы алырға, продукция етештереү, һаҡлау йәки эшкәртеү өсөн бина һатып алырға йәки төҙөргә, электр, газ һәм йылылыҡ селтәрҙәренә тоташырға мөмкин.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2026-08-25/18-predpriyatie-grant-alasa-4792027

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Автор:
Читайте нас